Дәүләттең суверенитетын һаҡлау һәм территориаль бөтөнлөк мөһим

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Марат Мәрҙәнов, ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы фекерҙәре меннән уртаҡлашып:

— Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе хуплайым. Иң тәү сиратта, был – тарихи хәтер, быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү. Бөгөн Рәсәй тарихын, атап әйткәндә, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтеүселәр менән аяуһыҙ көрәшергә кәрәк. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда һәр яугирҙе, һәр тыл хеҙмәткәрен исемләп иҫкә алыу мөһим. Дәүләттең суверенитетын һаҡлау һәм территориаль бөтөнлөк, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү тураһындағы тезистар мөһим. Бигерәк тә бөгөн, илгә төрлө яңы ҡурҡыныстар янаған осорҙа дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу зарур, — тине.

Тәүге сығанаҡтан: Башҡортостан гәзите

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *